Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июнь 2020, 22:20

Хәҙер Үтәймулла ауылында асфальт ялтырап ята

Ауылдарҙа юлдарҙың төҙөкләндерелеүе ҡыуаныслы хәл. Сөнки юлдың яҡшы булыуы – ул иң кәрәкле уңайлыҡтарҙың береһе.

Бына хәҙер Үтәймулла ауылы халҡы ла ошондай шатлыҡ кисерә. Иң күп кеше йәшәгән урамдарҙың береһендә 1120 метр оҙонлоҡтағы юлдың асфальт япмаһы өсөн райондың юл фондынан 7,4 миллион һум бүленгән.
2019 йылда юлды ҡом-таш менән нығыталар. Ауырғазы юл төҙөү-ремонтлау идараһы өс йылға контракт төҙөһә лә, улар быйыл уҡ эште тамамлай алды.
Хәҙер ауыл юлдарында ла хәүефһеҙлеккә иғтибар бирелә. Был юлда яһалма тигеҙһеҙлек ҡуйылды. Хәҙер инде юл ситтәрен нығытып, юл тамғаларын ҡуйырға ғына ҡалған.
Хәҙер ауыл халҡы өсөн йәйәү йөрөргә лә, машинала ла был юлдан үтергә бер кинәнес.
Улар юлсыларға рәхмәтлеләр. Зауыҡлы биләмәләр йылында был ауылдың күркәмлегенә лә бер өлөш индерҙе.
Район хакимиәте сайты материалы файҙаланылды.
Читайте нас: