Рух
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июнь 2020, 13:20

Милли проекттар өсөн 31,1 миллиард һум тотоноласаҡ!

2020 йылда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бюджеттан дөйөм күләме 31,1 миллиард һум йүнәлтелә, шуның 20 миллиард һумы - федераль ҡаҙнанан.

Федераль финанслау кимәле буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Мәҙәниәт”, “Демография”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” кеүек милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа яҡшы күрһәткестәргә өлгәшелде, тип белдерә беренсе вице-премьер – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов.
“Милли проекттарҙы үтәү йәһәтенән, ысынлап та, яҡшы эшләйбеҙ. Башҡарылған эштәр күп. Ирекмәндәребеҙгә ҙур рәхмәт. Коллегаларымдан милли проекттарҙы ваҡытында финанслау мәсьәләһен аныҡ көйләү өсөн федераль министрлыҡтар менән әүҙемерәк эшләргә саҡырам”, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров.
Быйыл “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” проекты нигеҙендә Башҡортостанда 20 мәҙәниәт ойошмаһы төҙөү, капиталь төҙөкләндереү һәм реконструкциялау күҙаллана.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: culture.bashkortostan.ru
“Башҡортостан” гәзите материалы буйынса.
Читайте нас: