Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июнь 2020, 15:10

Рәсәй көнөндә – тәүге паспорттар

Ауырғазы районының крайҙы өйрәнеү-тарихи музейында Рәсәй көнөндә йәш ауырғазыларға паспорт тапшырҙылар

Ауырғазы районының крайҙы өйрәнеү-тарихи музейында Рәсәй көнөндә йәш ауырғазыларға паспорт тапшырҙылар.
Был көндө йәше тулғандарға тантаналы рәүештә паспорт тапшырыу районда традицияға әйләнде.
14 йәше тулған егет һәм ҡыҙҙарға төп документты тапшырыу бөтә санитар нормаларҙы тейешле үтәү шарттарында үтте.
Уларға паспорт өсөн тышлыҡтар һәм Рәсәй флагын сағылдырған таҫмалар бүләккә бирелде.
Балаларҙы район хакимиәте башлығының урынбаҫары Сергей Цуканов ҡотланы һәм киләсәктә уңыштар теләне.
Район хакимиәте сайты материалы буйынса.
Читайте нас: