Быйыл баш ҡалала 22 участка төҙөкләндереләсәк. Биш участкала светофорҙар ҡуйыласаҡ. Трамвай һәм Адмирал Макаров, Аксаков һәм Свердлов, Рәсәй һәм Төньяҡ үтеү юлы, 1 Май һәм Маяковский урамдары киҫелешендә, Мәжит Ғафури урамындағы 4-се йорт эргәһендә светофорҙар ҡуйылыуы юл йөрөүселәр өсөн уңайлыҡ тыуҙырасаҡ.
Юл аша сығыу урындарында бейек булмаған 1200 погон метр оҙонлоғондағы тимер кәртәләр ҡуйыу йәйәүлеләрҙе машиналар аҫтында ҡалыуҙан һаҡлаясаҡ, тәртип булдырасаҡ.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Өфө ҡала хакимиәте матбуғат хеҙмәте.
Республика матбуғаты материалдарынан.