Рух
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь 2020, 18:05

Сovid -19 ауырыуы булған пациенттар йыш ҡына гипертония менән дә сирләй

Сovid -19 менән сирләгән пациенттар араһында гипертония сире йыш осрай

Фото: РКЦ
Сovid -19 менән сирләгән пациенттар араһында гипертония сире йыш осрай. Бындай статистика төрлө категория халыҡ араһында гипертонияның киң таралыуына бәйле. Рәсәйҙә ул өлкән кешеләрҙең 40%-ында бар.
Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева әйтеүенсә, вируслы инфекция менән ауырыусы пациенттарҙың күбеһендә юғары ҡан баҫымы булыуы күҙәтелә.
«Шуны аңлау мөһим, коронавирус инфекцияһы йышыраҡ йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары булған 65 йәштән өлкән кешеләр араһында ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. COVID-19 артериаль гипертония һәм йөрәктең ишемия ауырыуы, бигерәк тә, шәкәр диабеты булғанда өлкән йәштәге пациенттарҙа ҡатмарлыҡтар барлыҡҡа килеү хәүефе юғарыраҡ булыуы иҫбатлана», — тип билдәләй табиптар.
COVID-19 инфекциялы пациенттар менән тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары булған кешеләрҙә хәүеф 5 тапҡырға артығыраҡ. Шулай уҡ был сирҙәргә инфекция ҡушылғанда, өҙлөгөү хәүефе юғары була.
«Тәбиғи, ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары йыш ҡына өлкән йәш төркөмөндә үҫешкән, шул уҡ ваҡытта йәш быуын инфекция йөрөтөүсе генә булып ҡалырға мөмкин һәм өлкән быуын бәйләнеш булғанда коронавирус инфекцияһын таратыуы мөмкин. Шуға күрә һаулығығыҙ һеҙҙең ҡулығыҙҙа тигән раҫлау бөгөнгө көндә дөрөҫ. Оло йәштәге кешеләр менән бәйләнеште, ҡалаламы йәки дачаламы, сикләү кәрәк», — тип кәңәш итә белгестәр.
Шуның менән бәйле республикаланың йөрәк-ҡан ауырыуҙары булған оло йәштәге халҡына урамға сыҡҡанда, магазинға, дарыуханаға барғанда мотлаҡ битлек кейеү кәңәш ителә.
Шулай уҡ урамдан ингәс, ҡулығыҙҙы һабын менән ентекләп йыуырға кәрәк, дезинфекциялау сараларын ҡулланығыҙ. Йөрөгәндән һуң аяҡ кейемен, өҫ кейемен эшкәртергә, аҙыҡ-түлекте лә һатып алғандан һуң дөрөҫ эшкәртергә кәрәк.
Былар бөтәһе лә COVID-19 инфекцияһын йоҡтороу хәүефенән ҡотолорға мөмкинлек бирә.
«Күптәрҙең фекеренсә, был киҙеү беҙҙең өсөн ғәҙәти түгел, ә кешеләр ғүмере өсөн, бигерәк тә йөрәк сирлеләр өсөн хәүефле ауырыу», — ти кардиоүҙәк баш табибы.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы материалдарынан.
Читайте нас: