Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь 2020, 13:30

Башҡорт теле: яңы ҡараш

18 июндә киске сәғәт 7-лә “Башҡорт теле: яңы ҡараш” тип аталған сара ойошторола

Ул “Торатау” конгресс-холында үтәсәк. Унда башҡорт телен популярлаштырыу буйынса проекттар тәҡдим ителәсәк.
Был сара офлайн һәм онлайн форматта үтәсәк. Проекттың авторҙары һәм уны әҙерләүселәр туранан-тура ҡатнаша. Ә БЮТ телеканалы эфирында һәм социаль селтәрҙәрҙә тура трансляция ойоштороласаҡ.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойошторған сарала башҡорт телен өйрәнеү өсөн видео-дәрестәр һәм мобиль ҡушымталар, “Бәйләнештә” һәм iTunes медиаплеерында беренсе башҡорт подкастары, әүҙем үҫешкән “Аҫылташ” Йәштәр бренды тураһында һүҙ барасаҡ. Махсус ҡунаҡ – ZAINETDIN.
Республика матбуғаты материалдары файҙаланылды.
Читайте нас: