Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь 2020, 14:50

Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге эш башланы

1 июндә Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә, Пермь крайында һәм Ханты-Манси автономиялы округында башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре эшләй башланы

1 июндә Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә, Пермь крайында һәм Ханты-Манси автономиялы округында башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре эшләй башланы. Был төбәктәрҙең һайланыуы осраҡлы түгел – бында башҡорттар ойошоп йәшәй.
Февралдә ойошторолған учреждениелар Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто структураһына инә, уның филиалы исемлеген тулыландырҙылар. Тантаналы асыу илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле тотҡарланып торҙо.
Тәүге тапҡыр хәҙерге Ырымбур өлкәһе биләмәһендә йәшәгән башҡорттар тураһында мәғлүмәттәрҙе ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн Фаҙлан беҙҙең эраның Х быуатында яҙып ҡалдырған. 1917 йылда Ырымбурҙа Беренсе һәм Өсөнсө бөтә башҡорттар ҡоролтайҙары (съезы) үткән. 1917 йылдың 15 ноябрендә Башҡорт өлкә шураһы Башҡурдистан территориаль автономияһын иғлан итеү тураһында указ сығара. Ырымбурҙағы Ҡарауан-Һарай бинаһы башҡорт ғәскәре штабы һәм республиканың хөкүмәте резиденцияһы була. 2010 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, бында 46696 башҡорт йәшәгән.
«Ырымбур өлкәһендә башҡорттар күп йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күбеһе үҙ тарихын һәм мәҙәниәтен белмәй. Тарихи-мәҙәни үҙәкте асыу башҡорт халҡының рухи мираҫын күтәреүгә ҙур ярҙам булыр, — тип уртаҡлашты Башҡортостан тарихи-мәҙәни үҙәге баш белгесе Илмир Мәмбәтов – Бергә башҡорт йолаларын, халыҡ байрамдарын тергеҙербеҙ. Пландарыбыҙ беҙҙең бик күп: төрлө саралар, башҡорт телен, фольклорын, мәҙәниәтен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн семинарҙар үткәреү. Йәш быуын телебеҙҙе белһен, тарихыбыҙҙы һәм үҙ халҡының мәҙәниәтен онотмаһын».
Хәҙерге Свердловск өлкәһе территорияһында башҡорт ырыуының аҫаба ерҙәре урынлашҡан: өпәй, ҡошсо, терһәк, һыҙғы һәм ғәйнә. 2010 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Свердловск өлкәһендәге башҡорттар һаны 31183 кеше тәшкил итә.
«Бөгөн беҙҙең күпселек башҡорттар өлкәнең баш ҡалаһында йәшәй. Бында 10 башҡорт йәмәғәт ойошмаһы рәсми теркәлгән, бер нисә формаль булмаған төркөм бар. Кемдер әүҙем эшләй, кемдер аҡтыҡҡы көс менән эш итә, — тип һөйләне Екатеринбург башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең төп белгесе Айгөл Сабирова. — Башҡортостан ярҙамы менән мәһүҙәни үҙәк төҙөлөүе илһамландыра. Был йәмәғәт тормошон йәнләндерер тип көтә».
30 меңдән ашыу башҡорт Пермь крайында йәшәй. Был төбәктә башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәфис Моҡаев.
«Башҡортостан республикаһы булышлығы менән төҙөлгән Тарихи-мәҙәни үҙәк халҡыбыҙҙың милли үҙенсәлеген, мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү мөмкинлеге бирәсәк, — тип фекере менән уртаҡлашты Рәфис Рәмис улы. — Беҙ башҡортса диктант яҙғанда төньяҡ-көнбайыш диалектта яҙыу мөмкинлеге бирелде. Ойоштороусыларға бик ҙур рәхмәт».
ХМАО-Юграла күп кенә башҡорттар, айырыуса балалар һәм үҫмерҙәр тыуған телдәрен, тарихын, мәҙәниәтте һәм милли фольклорҙы белмәй тиерлек.
«Тел – ул халыҡтың меңәр йыллыҡ ижады, уның характеры һәм рухы, азатлығы һәм хәтере. Беҙ башҡорт телен генә түгел, фольклорҙы һәм Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтен дә популярлаштырырға планлаштырабыҙ, — ти ХМАО-Югра башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең төп белгесе Динә Бүләкова. — Ниндәй халыҡтың да мәҙәни мираҫы шәхес формалашыутырыуҙа нигеҙ булып тора. Мәҙәниәт үҙенең тәбиғәте буйынса милли, шуға ла уникаль һәм ҡабатланмаҫ. Беҙ музыкаль инструменттар буйынса, милли аш-һыу, ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторорға планлаштырабыҙ, шулай уҡ башҡорт халҡының йолаларын һәм традицияларын тергеҙеү өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ. Беҙҙең төп бурыс: был сараларға үҫеп килеүсе быуынды һәм йәштәрҙе йәлеп итеү».
2019 йылдың 4 авгусында Өфөлә Силәбе өлкәһенең һәм башҡорттар күпләп йәшәгән башҡа төбәктәрҙәге башҡорт йәмәғәтселек вәкилдәре Радий Хәбиров менән осрашты. Унда төбәктәрҙә башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәрен асыу планлаштырылғайны.
«Билдәле, әлбиттә, төбәктә эпидемияға бәйле хәл ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, тик беҙ төшөнкөлөккә бирелмәйбеҙ! Иң мөһиме – Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер һәм өлкә хөкүмәте беҙгә ярҙам итә, беҙҙең эшмәкәрлеккә ҡыҙыҡһыныу белдерә, — тип билдәләне төбәк тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Луиза Йосопова. — Йәмғиәттә кәрәклегебеҙҙе, мөһимлегебеҙҙе тойоу, нужность, башҡорт телен өйрәнеүгә мохтажлыҡ булыу бик мөһим. Туған телде өйрәнеүҙе заман талабы, престижлы итергә кәрәк!»
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың 11 февралендә Башҡортостан хөкүмәте ҡарары менән Рәсәй Федерацияһының башҡорт халҡы күпләп йәшәгән Ҡурған, Ырымбур, Свердловск, Силәбе өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстан Республикаһында һәм Ханты-Манси автономиялы округы-Юграла башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре ойошторолдо. Улар Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң филиалы булып тора.
Мәҙәни үҙәктәр алдында торған төп бурыстар булып башҡорт халҡын берләштереү, туған телде һәм мәҙәниәтте әүҙем пропагандалау, милли үҙенсәлектәрҙе һаҡлау, шулай уҡ мәҙәни-киңкүләм саралар, диаспора тормошо тураһында мәғлүмәттәр менән даими тәьмин итеү тора.
Республика матбуғаты материалдары буйынса.
Фото: history-doc.ru
Читайте нас: