Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь 2020, 13:00

Милли проекттар буйынса күрһәткестәр яҡшы

Республика Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры – Хөкүмәт аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов хөкүмәттә үткән оперативкала белдереүенсә, ҡуйылған бурыстар планға ярашлы үтәлә

– 2020 йылға милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән аҡса күләме 31,1 миллиард һум тәшкил итә, шуларҙың 20 миллиард һумы - федераль бюджеттан. Был йәһәттән Башҡортостан Волга буйы федераль округында Һамар өлкәһенән ҡала икенсе урында, – тине Илшат Азамат улы.
“Демография”, “Мәҙәниәт”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекттары буйынса яҡшы күрһәткестәргә өлгәшелгән. Мәҫәлән, беренсе бала, шулай уҡ өсөнсө һәм унан һуңғы балалар тыуған өсөн айлыҡ түләүҙәрҙе 20 меңдән ашыу ғаилә ала. Бушлай ЭКО программаһы 700-ҙән ашыу ғаиләгә сабыйлы булыу шатлығын бирҙе.
Дауалау учреждениеларында матди-техник база нығына, заманса медицина ҡорамалдары алына.
“Мәғариф” милли проекты буйынса, мәҫәлән, Нуриман районының Беренсе Май ауылында 60 урынлыҡ мәктәп һәм 20 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә. Шаран районының Шаран ауылында 1-се урта мәктәп бинаһына 250 урынлыҡ төкәтмә һәм 250 урынлыҡ ашхана эшләйҙәр. 2021 йылда Нефтекама ҡалаһының 24-се биҫтәһендә 1225 урынлыҡ мәктәп һалынасаҡ.
Мәғариф министры Айбулат Хажин белдереүенсә, “Үҫеш нөктәһе” профиле буйынса 42 һанлы һәм гуманитар үҙәк асыласаҡ. 101 дөйөм белем биреү учреждениеһында һанлы мәғариф мөхите маҡсатлы моделе индереләсәк, шулай уҡ балалар өсөн «IT-куб» һанлы белем биреү үҙәге барлыҡҡа киләсәк.
Коронавирус пандемияһы “Социаль әүҙемлек” тигән төбәк проектына ныҡлы этәргес булған. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов белдереүенсә, биш меңдән ашыу ирекмән 200 меңдән ашыу кешегә ярҙам күрһәткән: бушлай битлек таратҡан, өйөнән сығырға ярамаған кешеләргә аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар алып барған. Әле ирекмәндәр “Конституция ирекмәндәре” проектына ҡушылған. Өс меңдән ашыу кеше халыҡҡа Төп Законға индереләсәк үҙгәрештәр тураһында аңлатыу алып бара.
– Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу бурысын беҙҙән бер кем дә алманы, - тине Радий Хәбиров. – Беҙ был өлкәлә ысынлап та һәйбәт эшләйбеҙ. Башҡарылған эштәр отчеты ла һоҡландыра. Ирекмәндәргә ҙур рәхмәт. Бөтәгеҙгә лә федераль министрлыҡтар менән әүҙемерәк эшләргә ҡушам, милли проекттар ваҡытында финансланырға тейеш.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Республика матбуғаты материалдары буйынса әҙерләнде.
Читайте нас: