Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2020, 16:25

Бөтә Рәсәй таланттары марафоны старт алды

Бөтә Рәсәй “Таланттар марафоны” “Демография“ милли һәм “Күп балалы Рәсәй” проекттарына ярашлы тормошҡа ашырыласаҡ

Бөтә Рәсәй “Таланттар марафоны” “Демография“ милли һәм “Күп балалы Рәсәй” проекттарына ярашлы тормошҡа ашырыласаҡ. Уның төп маҡсаты - ғаилә традицияларын популярлаштырыу, балаларҙың ижади мөмкинлектәрен киңәйтеү, үҫтереү, күп балалыҡтың йәмәғәт статусын күтәреү – уның ылыҡтырғыс маҡсаты.
Балаларҙы яҡлау фонды һәм Мәскәү ҡалаһының күп балалы ғаиләләр берекмәһе ойошторған конкурс өс номинация –хореография, вокал, нәфис һүҙ - буйынса үткәрелә.
Тәүге этап дистанцион рәүештә үткәрелә, һуңынан иң сағыу сығыштар Мәскәүҙә Дәүләт Кремль залында уҙасаҡ конкурс финалында күрһәтеләсәк.
Бөтә Рәсәй конкурсы финалында “Владимир Путин һәм Рәсәй ғаиләләре” фото күргәҙмәһе ойоштороласаҡ.
Хөрмәтле күп бала тәрбиәләүсе ата-әсәләр, талантлы балаларығыҙ конкурста ҡатнашыуын теләһәгеҙ, бөтә һорауҙарығыҙ менән 8-915-240-45-92 телефонына шылтыратығыҙ.
Республика матбуғаты материалдары буйынса.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: