Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2020, 13:25

Талбазы ауылының "Аҡбуҙат" спорт һәм ял паркында төҙөкләндереү эштәре бара

«Уңайлы ҡала мөхите» программаһы сиктәрендә Ауырғазы районында йәмәғәт территорияларын төҙөкләндереү буйынса эштәр башланды

«Уңайлы ҡала мөхите» программаһы сиктәрендә Ауырғазы районында йәмәғәт территорияларын төҙөкләндереү буйынса эштәр башланды.
"Аҡбуҙат" ял һәм спорт паркы Талбазы ауылының Көнбайыш микрорайонында урынлашасаҡ.
Майҙансыҡтағы элекке ҡоролмалар һүтелде һәм майҙансыҡ тигеҙләнде. Бында яңы хоккей ҡумтаһы менән йыһазландырыу планлаштырыла, балалар өсөн спорт майҙансыҡтары һәм ҡатнаш уйын (баскетбол һәм минифутбол) өсөн спорт майҙансығы урынлашасаҡ, шулай уҡ урам спорты тренажерҙары ҡуйыласаҡ.
Был эштәрҙе башҡарыу хаҡы яҡынса 10 миллион һум тәшкил итә.
Сығанағы: Ауырғазы район хакимиәтенең мәғлүмәт бүлеге.
Читайте нас: