Мифик ат һыны Бөрйән районы Йылҡысыҡҡан күле янында ҡуйылды.
Аҡбуҙат һәйкәленең авторы, скульптор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Өлфәт Ҡобағошов.
Һәйкәлде тәбиғи таштар менән йөҙләү эштәре бара. Был монументаль скульптура композицияһы урынлашҡан майҙан төҙөкләндереләсәк.
“Тиҙҙән был урында тағы эскәмйәләр урынлаштырасаҡбыҙ”, - тип яҙа интернеттағы сәхифәһендә Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин.
Данир Ғәйнуллин менән Өлфәт Ҡобағошов Бөрйәнгә эш сәфәре менән барғанда урындағы район хакимиәте кәңәшмәһендә ҡатнашты. Унда “Шүлгәнташ” музей комплексын төҙөү, турист зонаһын үҫтереү планы буйынса һорауҙар ҡаралды.
Аҡбуҙат һәйкәле биләмәһен төҙөкләндереү, уны асыу датаһын билдәләү мәсьәләләре тикшерелде.
Сығанағы: Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса