Билдәле булыуынса, 24 июндә Еңеү парадын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде һәм Владимир Путин тейешле указға ҡул ҡуйҙы.
Указға ярашлы, 24 июндә Мәскәүҙә урындағы ваҡыт менән иртәнге сәғәт 10-да Ҡыҙыл майҙанда һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында хәрби парад үткәреләсәк. Киске сәғәт 10-да (22 сәғәттә) - байрам салюты.
Рәсәйҙә 24 июнь ял көнө буласаҡ.