Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Май 2020, 17:10

Мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләре булырмы?

Илдәге карантин сәбәпле сикләү сараларын иҫәпкә алып, 29 майҙа һуңғы ҡыңғырау байрамын дистанцион форматта үткәрергә тәҡдим ителде

2020 йылдың 22 майында 1-4 класс уҡыусылары (749 кеше 218) уҡыу йылын тамамланы
29 майҙа 5-11 класс уҡыусылары өсөн уҡыу йылы тамамлана. Был көндө 43 меңдән ашыу 9-сы класс һәм 19 меңдән ашыу ун беренсе класс уҡыусыһы өсөн һуңғы ҡыңғырау сыңлаясаҡ.
Илдәге карантин сәбәпле сикләү сараларын иҫәпкә алып, 29 майҙа һуңғы ҡыңғырау байрамын дистанцион форматта үткәрергә тәҡдим ителде.
29 һәм 30 июнь - имтихандарҙы алдан биреп ҡарау көндәре, ә берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу этабы 3 июлдә башлана.
Сығарылыш имтихандарын тапшырыуҙың төп этабы тамамланғандан һуң сығарылыш балын үткәреү өсөн 2020 йылдың 25 июле билдәләнде. Байрам кисәләрен уҡытыусы, сығарылыш класы уҡыусыларының ата-әсәләре ҡатнашлығында үткәреү планлаштырыла. Санитар-эпидемиология сараларын теүәл үтәү шарты ҡуйыла (әгәр хәлдәр ҡатмарлашмаһа).
Читайте нас: