Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Май 2020, 14:05

Футбол матчының виртуаль көйәрмәне булығыҙ

21 июндә Рәсәй премьер-лигаһы миҙгеле башлана

«Өфө» футбол клубы «Нефтсе» стадионында биш матч үткәрәсәк. Башта РФС-ТЫҢ ултырышында уйындар тамашасыһыҙ ғына үтә тигән ҡарар ҡабул ителгәйне. Әммә башҡорт коллективы стадионға көйәрмәндәрен саҡырырға әҙер. Әммә виртуаль рәүештә.
«Һәр кемдең стадион трибунаһына эләгеп, команданың бер өлөшө булыу өсөн уникаль мөмкинлеге бар. 2020 йылдың 2 июненә тиклем «Өфө» футбол клубы кейемендә йә булмаһа «Нефтсе» стадионында төшкән фотоны [email protected] адресына ебәрегеҙ», — тип хәбәр иттеләр Өфө командаһы матбуғат хеҙмәтенән.
Шулай уҡ хатта социаль селтәрҙәргә һылтанма яһап беркетергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәт бында: http://www.fcufa.pro/component/k2/domashnie-matchi-uf..
«Өфө» футбол клубы командаһы көйәрмәндәрҙе Рәсәй Премьер-Лигаһы уйындарында трибунала виртуаль булырға саҡырҙы.«Өфө» клубының экс-ярымһаҡсыһы Эммануэль Фримпонг команданы РПЛ матчында ҡеүәтләндереп торорға әҙер. Ул беренселәрҙән булып почтаға фотоһын ебәрҙе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 21 июнь «Тамбов» футбол клубы менән үткәреләсәк был уйын - карантиндан һуң беренсе матч, коронавирус менән бәйле ул тамашасыларһыҙ үтәсәк.
Инфографиканан матчҡа нисек эләгергә булыуын ҡарағыҙ.
Читайте нас: