Башҡортостанда өс йәштән ете йәшкә тиклем балаларға аҡсалата түләү алыусыларҙың исемлеген киңәйтергә уйлайҙар. Был турала төбәк хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә билдәле булған.
Ғаилә килеме йән башына йәшәү минимумынан – 9804 һумдан түбән булған осраҡта түләнә. Түләү күләме 4984 һум тәшкил итә. Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, республика ҡануниәте буйынса бындай түләүҙәр ата-әсәләр эшһеҙ булғанда түләнмәй.
Хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешле хәл менән бәйле, эшен юғалтҡан граждандарҙы түләү алыусылар исемлегенә индереү буйынса тәҡдим индерҙе. Ул, 88% түләүҙәр федераль бюджеттан финанслана, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Республиканың вице-премьеры Андрей Назаров был башланғысты хупланы һәм тейешле документтар әҙерләргә ҡушты.