Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Май 2020, 17:30

Башҡортостанда һауа торошо ҡырҡа үҙгәрәсәк

Ә йәй календарҙа ғына түгел, һауа торошоноң үҙгәреүе менән дә яҡын инде

Майҙа үҙизоляция шарттарында республика халҡы өсөн һауа торошо ла ямғырҙар, һалҡынса һауа торошо менән бер аҙ уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы.
Ә йәй календарҙа ғына түгел, һауа торошоноң үҙгәреүе менән дә яҡын инде.
Синоптиктар белдереүенсә, әлегә тағы ла бер һалҡын көн көтөлә. Дүшәмбе ямғыр һәм йылылыҡ 16 градус ҡына буласаҡ. Шуныһы күңелдәрҙе йылыталыр: был көн байрам көнө, өйҙәрҙә, яҡындар янындабыҙ.
Ә бына 26 май, шишәмбе, башҡалала 22 градусҡа тиклем йылы булыуы, аяҙ күк йөҙө көтөлә.
Быныһы башы ғына – шаршамбыға көн 27 градусҡа тиклем йылытасаҡ, тип фаразлайҙар.
Ә кесаҙна һәм йомаға иһә көндөҙ 23-24 градус, төнөн — 13-14 градус вәғәҙә итәләр. Ял көнөндә лә 24 градус тирәһе йылылыҡ, яум-төшөмһөҙ буласаҡ.
Ысын йәй үҙ көсөнә инә, тиһәң дә була!
Читайте нас: