Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2020, 14:45

“Ураҙа байрамды өйҙә генә ҡаршылағыҙ”

Дин әһелдәре халыҡҡа ошондай үтенес менән мөрәжәғәт итә

2020 йылдың 24 майы Ураҙа байрамы билдәләнәсәк. Ләкин быйылғы коронавирус таралыу хәүефе булған осорҙа йылдағыса мәсеттәрҙә йыйылып, күп халыҡ менән дини байрамды билдәләп булмаясаҡ.
«Юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға ярашлы беҙ бергә йыйылыуҙы тыйырға һөйләштек. Шуға күрә йәмәғәт намаҙҙарын онлайн-трансляция режимында үткәрергә тәҡдим итәбеҙ», — тип белдергәйне Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.
Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин Ғәйет намаҙын Беренсе канал, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша күрһәтеләсәген белдерҙе. Ул өйҙән генә Ғәйет намаҙына ҡушылырға саҡыра.
Трансляция 24 майҙа сәғәт 9-ҙа башланасаҡ.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин дә изге байрам менән ҡотлап, үҙизоляция режимын һаҡларға саҡыра. “...һаулыҡ Хоҙай тарафынан бирелгән иң ҙур аманат. Беҙ уны һаҡларға бурыслы”, - ти ул.
2020 йылдың 24 майы – Ураҙа байрамы — республикала ял көнө тип иҫәпләнә.
Читайте нас: