Башҡортостанда 24 майҙа мосолмандарҙың изге Рамаҙан айы тамамлана һәм Ураҙа байрамы билдәләнә.
Был көндә мәсеттәрҙә һәр ваҡыт йәмәғәт намаҙҙары уҡылды.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 18 майҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә быйыл Ураҙа байрамы онлайн ойоштороласағын әйтте.
Бындай ҡарар дин әһелдәре менән кәңәшләшкәндән һуң ҡабул ителде.
«Юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға ярашлы беҙ бергә йыйылыуҙы тыйырға һөйләштек. Шуға күрә йәмәғәт намаҙҙарын онлайн-трансляция режимында үткәрергә тәҡдим итәбеҙ», — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе Пасханы билдәләгән ваҡытта режим үтәлмәгән, күмәкләп ғибәҙәт ҡылған урындарҙа коронавирус таралыуы осраҡтары булыуын әйтте.
Алдан хәбәр ителгәнсә, 2020 йылдың 24 майы – Ураҙа байрамы — республикала ял көнө тип иҫәпләнә.
http://www.bashinform.ru/news/1451350-v-bashkirii-uraza-bayram-proydet-v-rezhime-onlayn/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалы буйынса.