Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2020, 22:20

Бөгөн республикала пандемия менән хәлдәр нисек?

Бөгөн, йәки 20 май, 14.00 сәғәткә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы менән сирләүселәрҙең 2335 осрағы теркәлгән, яңы асыҡланғаны - 88.

Республика стационарҙарында 672 кеше дауалана. Шуларҙың 24-е ауыр хәлдә, шул иҫәптән 6-һы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 882 кеше ауырыуҙың еңел формаһы менән амбулатор дауаланыу ала.
Үткән тәүлектә 49 кеше һауығып сыҡты. Барлығы 763 кеше дауахананан сығарылған.
Бөгөнгә был инфекция менән 1 үлем осрағы теркәлгән. Бәләбәй районынан 56 йәшлек ҡатында шәкәр диабеты сире лә булған. Ошо айҙарҙа барлығы 18 кеше үлгән.
Дауаханаға тиклем башланған пневмония менән бер тәүлектә 41 кешене һалғандар. Уларҙың барыһынан да COVID-19-ға анализ алынған. Бер тәүлектә пневмониянан һауығып сығыусы пациенттар һаны – 39.
Бөгөнгө көнгә 173047 тикшеренеү үткәрелгән, 163662 кеше тикшерелгән.
Республикала һуңғы тәүлектә 6557 тикшеренеү үткәрелгән, 6337 кеше тикшерелгән.
Читайте нас: