Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2020, 13:40

“Өфө” аэропортына Саха (Якут) төбәгенән сираттағы рейс менән вахтасылар ҡайтты

12 майҙа «Якутия» авиокомпанияһының SYL 9238 рейсы Талакандан Өфөгә 139 вахтасыларҙы килтерҙе

12 майҙа «Якутия» авиокомпанияһының SYL 9238 рейсы Талакандан Өфөгә 139 вахтасыларҙы килтерҙе. Улар коронавирус инфекцияһы усағы булған Чаянда ятҡылығында эшләгән.
Борт ергә ултырыу менән самолет эсенә санитар табиптар һәм аэропорт вәкилдәре күтәрелде. Пассажирҙарҙың температураһын үлсәнеләр, аҙаҡ трап янында уҡ көтөп торған автобустарға ултыртып обсерваторҙарға ебәрҙеләр.
Рейсты хеҙмәтләндергән аэропорт хеҙмәткәрҙәре хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәй, улар шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән. Пассажирҙарҙың багаждары, шулай уҡ самолет “Республика дезинфекция үҙәге” хеҙмәткәрҙәре тарафынан дезинфекцияланды.
Читайте нас: