Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2020, 17:25

12 майҙан битлек кеймәгән өсөн штраф ҡаралған

Битлек кеймәгән өсөн физик шәхестәргә 1000-3000 һум күләмендә, юридик шәхестәргә 50-100 мең күләмендә штраф һалынасаҡ

Битлек кеймәгән өсөн физик шәхестәргә 1000-3000 һум күләмендә, юридик шәхестәргә 50-100 мең күләмендә штраф һалынасаҡ.
Ҡала һәм райондарҙа Эске эштәр министрлығы һәм башҡа хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡатнашлығында рейдтар үткәреләсәк. Улар республика халҡының битлек кейеп йөрөү режимын тикшерәсәк.
Әгәр ҙә был режим үтәлмәһә, республикала коронавирус инфекцияһының һәм был йоғошло сирҙән үлем осраҡтарының киҫкен артыуы мөмкин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, башҡа илдәрҙә был һаҡланыу саралары булмағанлыҡтан, кешеләрҙең күпләп ауырыуы һәм халыҡтарҙың алты процентҡа тиклем үлеү осраҡтары күҙәтелде.
Читайте нас: