Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Май 2020, 11:40

Башҡортостан тәүгеләрҙән булып COVID-19 сирен үткәргән донорҙың плазмаһын әҙерләне

Өфөлә COVID-19 инфекцияһынан дауаланып, һауығып сыҡҡан донорҙан тәүге иммунлы, амотосален һәм ультрафиолет менән патогенредуцияланған А плазмаһын әҙерләнеләр

Республика ҡан ҡойоу станцияһы Башҡортостан дәүләт медицина университеты менән берлектә яңы төр коронавирус менән ауырып һауыҡҡан донор-реконвалесцент буйынса мәғлүмәт базаһын булдырыу эшен башланы, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Реконвалесцент плазмаһын сирлегә ебәреү ауыр коронавирус инфекцияһын дауалауҙа һөҙөмтәле сара булып тора. Рәсәйҙә коронавирус үткәргән пациенттарҙың плазмаһын тәүге тапҡыр бер нисә аҙна элек кенә Н.И. Склифосовский исемендәге тиҙ ярҙам институтында, О.К. Гаврилов исемендәге Ҡан үҙәгендә, И.В. Давыдовский исемендәге ҡала клиник дауаханаһында, Мәскәүҙең 52-се клиник дауаханаһында ҡуллана башланылар.
Билдәле булыуынса, инфекциялы ауырыу үткәргән кешенең организмы антиматдәләр эшләп сығара, ул сирҙе еңергә мөмкинлек бирә. Был респираторлы ауырыуҙы үткәргәндәрҙә уға ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килде. Уларҙан алынған плазмала вирусҡа ҡаршы юғары антиматдәләр тупланған. Әлегә, бүтән төрлө һөҙөмтәле дауалау саралары булмағанда, уны ауырыуҙарға ҡойоу ауыр осраҡтарҙа бик ныҡ ярҙам итәсәк. COVID-19 инфекцияһын еңеп, һауығып сыҡҡандарҙың барыһын да плазма бирергә саҡыралар.
Шулай уҡ Башҡортостан дәүләт медицина университеты клиникаһы базаһында ҡан әҙерләүсе мобиль күсмә комплекс ҡуйылған.
Плазма биреү өсөн Республика ҡан тапшырыу станцияһының бүлек мөдире Артур Мусин менән 89270898902 телефоны буйынса бәйләнешкә инергә мөмкин.
Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.
Читайте нас: