Неврология патологияһы менән донъяға килгән кескәйҙәрҙе абилитациялау һәм реабилитациялау, балаларҙың зәғифләнеүен иҫкәртеү өсөн Өфөләге 17-се ҡала дауаханаһы ике махсус карауат алды.
Бәләкәстәрҙе сәләмәтләндереүҙә баһалап бөткөһөҙ файҙалы ҡорамал сабыйҙарға үҙенсәлекле массаж яһарға ярҙам итә. Ул тиренең һәм мускулдарҙың периферик сиктәренә тәьҫир итеп, үҙ сиратында сигналдарҙың үҙәк нервы системаһына тапшырылыуына булыша. Һөҙөмтәлә тын алыу, ҡан әйләнеше үҙәктәре зшкә ҡушыла, периферик нервы системаһының зарарланған функцияларының тиҙерәк тергеҙелеүенә йоғонто яһай.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Республика матбуғаты материалдары буйынса.