Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Апрель 2020, 02:05

Көслө ел ҡаза килтерҙе

Бөгөнгө көслө ел эҙһеҙ үтмәне

25 апрелдә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына түбәндәге хәбәр килә: көслө ел Әлшәй районының Слаҡ ауылындағы урта мәктәптең ҡыйығында, 100 квадрат метр майҙанда, зыян килтергән.
Ә Ҡалтасы районында «Родничок» балалар баҡсаһының шулай уҡ ҡыйығының 700 квадрат метр майҙанына, Нефтекамалағы пенсия фонды бинаһының ҡыйығына 128 квадрат метр майҙанына зыян килтергән.
Өфө районының Авдон ҡасабаһында көслө ел балалар баҡсаһы бинаһының ҡыйығын осорған. Ҡыйыҡ күп ҡатлы йорттоң алдында торған машиналар янына төшкән.
- Кешеләргә зыян килмәне. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идараһы был хәлде контролгә алды, — тип белдерҙеләр ведомствола.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының
матбуғат хеҙмәте материалдары буйынса.
Читайте нас: