Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель 2020, 12:45

Тирә-яҡта уңайлы булһын өсөн

Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында муниципаль берәмектәрҙең хакимиәт башлыҡтары менән видеоконференцэлемтә тәртибендә кәңәшмә булды

Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында муниципаль берәмектәрҙең хакимиәт башлыҡтары менән видеоконференцэлемтә тәртибендә кәңәшмә булды. Ул “Башҡортостан ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыу, “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” милли проекты нигеҙендә йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү, күп фатирлы йорттарҙағы подъездарҙы комплекслы ремонтлау, Таҙалыҡ көндәрен, өмәләр һәм “Йәшел Башҡортостан” акцияһын үткәреү мәсьәләләренә арналды.
“Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” проектын ғәмәлгә ашырыу барышы айырым тикшерелде. Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү эштәрен башҡарыу ваҡытын күсергәнлектәре билдәле.
Төбәктәрҙә был эштәр төҙөлгән графиктарға ярашлы башҡарылырға тейеш. Санитария-эпидемиологик талаптарҙың теүәл үтәлеүе төп шарт булып тора.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев килешеүҙәр төҙөү һәм төҙөлөш-монтаж эштәрен башлау ваҡытының быйыл 1 апрель булыуын, эштәрҙең тулыһынса октябрь аҙағында тамамланырға тейешлегенә иғтибар итергә ҡушты.
“Башҡортостан ихаталары” республика программаһы тураһында һүҙ барҙы. 1 майға төҙөлөш-монтаж эштәрен башлау планлаштырыла. Быйыл республикала 390 ихатаны төҙөкләндерәсәктәр. Республика ҡаҙнаһынан программаны тормошҡа ашырыуға 1,8 миллиард һум аҡса бүленә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://house.bashkortostan.ru/
Республика матбуғаты материалдары буйынса.
Читайте нас: