Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель 2020, 12:25

Өс районда – өс комплекс

Өс районда сүп-сарҙы сортировкалау буйынса комплекстар төҙөү эше дауам итә.

Был эштәр Туймазы, Дәүләкән һәм Бәләбәй райондарында башҡарыла.
Туймазы районында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонында сүп-сарҙы сортировкалау буйынса комплекс төҙөлә. Ул йылына 100 мең тонна ҡалдыҡты эшкәртә ала. Комплексты 2020 йылдың аҙағында файҙаланыуға тапшырырға планлаштыралар.
Бәләбәй районында ла шулай уҡ 100 мең тонна сүп-сарҙы айырыу ҡеүәтенә эйә комплекс урынлашасаҡ ер участкаһы рәсмиләштерелә. Дәүләкән районында йылына 40 мең тонна сүп-сарҙы айырыу ҡеүәтенә эйә комплекс барлыҡҡа киләсәк.
Был комплекстарҙы төҙөү яңы хеҙмәт урындары менән тәьмин итәсәк.
Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов белдереүенсә, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү өлкәһендәге инфраструктура үҫешенең күмеүгә йүнәлтелгән сүп-сар күләме кәметеләсәк, экологияны яҡшыртыуға этәргес буласаҡ.
Фото: “Молодежная газета”.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Республика матбуғаты материалдары буйынса.
Читайте нас: