Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2020, 15:25

“Геройҙар дәүере” тапшырыуын ҡарағыҙ!

Эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9:00-дан 10:00-ға тиклем Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Геройҙар дәүере” тапшырыуының тура эфиры була

Эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9:00-дан 10:00-ға тиклем Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Геройҙар дәүере” тапшырыуының тура эфиры була. Бөгөнгө көндә вирус менән көрәшеүселәрҙең барыһын да дәртләндереп, уларға рәхмәт һүҙҙәрегеҙҙе еткерегеҙ.
Алып барыусылар Дмитрий Каретко һәм Наил Юнысов тура эфирҙа көндәлек хәл-торош тураһында эксперттар менән фекер алыша. Бөгөнгө көн геройҙары – табиптар, ирекмәндәр, меценаттар менән бәйләнешкә сыға.
Һеҙ ҙә, социаль селтәрҙәрҙә тура эфир трансляцияһы аҫтында комментарийҙар ҡалдырып, фекер алышыуҙарҙа ҡатнашырға, үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирергә йәки ошо ҡатмарлы осорҙа үҙҙәрен аямай эшләүселәргә һүҙ менән ярҙам итә алаһығыҙ. Һеҙҙең хәбәрҙәр телевизор экранында, аҫта автоматик рәүештә күренәсәк!
#времягероев
Читайте нас: