Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 13:30

Башҡортостанда уҡыусылар өсөн компьютерҙар йыйыу ойошторолдо

“Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең был башланғысы мәктәп уҡыусылары өсөн “Өйҙә уҡырға ярҙам ит” программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла

Башҡортостанда мохтаж ғаиләләрҙәге уҡыусы балаларҙы ситтән тороп уҡыу өсөн техника менән тәьмин итәсәктәр. “Берҙәм Рәсәй” халыҡтан йәки бағыусыларҙан компьютер, планшеттар, роутерҙар йыйыу ойошторолғанлығын хәбәр итте.
Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, дистанциялы уҡыу старт алған ваҡытта республикала 12 меңдән артығыраҡ уҡыусының онлайн-форматта белем алырға мөмкинлеге булмай. Көн һайын статистика үҙгәрә. Бөгөнгә 7 мең тирәһе баланың интернетҡа сығыу мөмкинлеге, йәиһә бөтөнләй компьютеры, планшеты йәки телефоны юҡ, йә мәғлүмәтте алыу тиҙлеге ҡәнәғәтләнерлек түгел.
Яҡшы тороштағы ҡулланылған техниканы, яңы гаджеттарҙы Өфөлә ике адрес буйынса йыялар. Бына улар: Достоевский урамы, 73 (тел. 276-12-90) һәм Коммунистик урам, 39 (тел. 298-04-62).
Шулай уҡ йыйыу пункттары Башҡортостандың барлыҡ район һәм ҡалаларында “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең урындағы бүлектәрендәге «Наша забота» ирекмәндәр үҙәктәрендә урынлашҡан.
Бындай техникаға мохтаж уҡыусыларҙың исемлеген урындағы мәғариф бүлектәре әҙерләй. Кемгә ярҙам кәрәк, улар үҙ районындағы йәки ҡалалағы мәғаирф бүлегенә мөрәжәғәт итергә тейеш.
Ярҙам ҡулы һуҙырға теләгәндәр өсөн техникаға ҡарата техник талаптарҙы партияның төбәк бүлеге сайтында ҡарарға мөмкин: https://bashkortostan.er.ru/news/2020/4/16/v-bashkortostane-edinaya-rossis-obyavila-sbor-komputerov-dlya-shkolnikov/
Фото: kakprosto.ru
Читайте нас: