Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 19:05

Сараларҙы теүәл үтәргә кәрәк

Быйыл донъялағы хәлдәргә һәм коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе булған шарттарҙа ураҙа көндәрен үткәреү буйынса үҙгәрештәр индерелә.

Изге Рамаҙан айы башланыуға ла күп ваҡыт ҡалманы.
Быйыл донъялағы хәлдәргә һәм коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе булған шарттарҙа ураҙа көндәрен үткәреү буйынса үҙгәрештәр индерелә. Республика мосолмандары тәрәүих намаҙын, йәмәғәт ифтарҙарын мәсеттәрҙә ойоштормаясаҡ. Ауыҙ асыу сараһына йортҡа ҡунаҡ йыуыу ҙа кәңәш ителмәй.
– Сир йоҡторған кеше, йә коронавирус таралған ерҙә булып ҡайтҡандар, башҡаларҙың сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуйып, йәмәғәт урындарында йөрөүселәр ҡаты алыш мәлендә яу яланын ташлап киткән хыянатсы һалдатҡа тиң. Был оло гонаһ иҫәпләнә.
Тыйылған мәлдә мәсеттәргә йөрөү, йә күмәк намаҙҙар ойоштороу ҙа дөрөҫ түгел, сөнки беҙ үҙебеҙҙең һәм башҡаларҙың сәләмәтлеген һәм ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуябыҙ, – ти был турала Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин.
Был саралар кемгәлер оҡшап етмәһә лә, барыһын да теүәл үтәргә кәрәк. Бөгөн һаулыҡ һәм ғүмер күпкә ҡәҙерлерәк.
Фото: yandex.ru
Читайте нас: