Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Апрель 2020, 21:15

Дауаханаларға яңы аппараттар ҡайтарыла

Башҡортостан дауаханаларына үпкәләрҙе яһалма елләтеү өсөн 143 яңы аппарат алырға ҡарар ителгәйне. Хәҙер иһә өҫтәп тағы ла 550 шундай аппарат алырға булдылар.

Башҡортостан дауаханаларына үпкәләрҙе яһалма елләтеү өсөн 143 яңы аппарат алырға ҡарар ителгәйне. Хәҙер иһә өҫтәп тағы ла 550 шундай аппарат алырға булдылар.
Үткән аҙнала республикаға 17 үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппараты ҡайтарылды, шуларҙың 5-һе балалар өсөн. Уларҙы дауаханаларға тапшырҙылар. Республикала барлығы 1290 аппарат бар. 26 апрелгә тиклем беренсе партияла 300 дана ҡайтарыласаҡ, ә икенсеһе май аҙағына тиклем, улар менән бергә иҫәпләгәндә, барлығы 1983 үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппараты буласаҡ.
Шулай итеп, республикала covid-19-ҙың ауыр формалары менән ауырыуҙар һаны күбәйеп киткән хәлдә, беҙҙә уларҙы дауалау өсөн әҙер буласаҡтар.
Республикала ойошторолған саралар, әлбиттә, бындай хәлдең тыуыуына юл ҡуймаҫ. Шулай ҙа әҙер булыуға ни етә?!
Коронавирус менән ауырыу осраҡтары килеп сыҡмаған булһа ла, үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппараттарының иҫкереүе сәбәпле, уларҙың яңыларын былай ҙа һатып алырға ваҡыт еткәйне инде. Хәҙер иһә резерв буласаҡ.
Республика матбуғаты материалдары буйынса әҙерләнде.
Читайте нас: