Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2020, 14:50

Онкология үҙәге – үҙизоляция шарттарында

Тулы үҙизоляция режимында ла республика онкология үҙәге эшмәкәрлеген дауам итә.

Тулы үҙизоляция режимында ла республика онкология үҙәге эшмәкәрлеген дауам итә. Планлаштырылған операциялар көн һайын үтә: апрель башында хирургтар 64 йәшлек пациентҡа колоректаль яман шешкә операция яһаны.
Радикаль хирургия әмәле шеште тулыһынса алып ташларға мөмкинлек бирә. Бәләкәй уйым ярҙамында яһалған операциянан һуң кеше тиҙерәк һауыға. Яңынан киҫкен хәл тыумаһын өсөн пациентҡа химия терапияһын үтергә кәрәк.
Әлеге көнгә республика онкология диспансерында иҫәптә 86 мең ауырыу тора, йыл һайын 13 мең тирәһе сир осрағы асыҡлана. Скрининг та элекке режимда үткәрелә, көнөнә яҡынса 50 процедура тирәһе.
Илдәге эпидемиологик хәл менән бәйле, тәүге диагностика дистанцион үткәрелә. Көн һайын табиптар 100-ҙән ашыу заявка ҡабул итә, карантинға тиклемге осорҙан айырмалы, икеләтә көсөргәнеш менән эшләй. Апрель урталарында пациенттар ағымы көсәйеү ихтималлығы бар.
Илдә онкология сирҙәрен иртә диагностикалау һәм үлем осраҡтарын кәметеү - ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының етди мәсьәләләренең береһе.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Республика матбуғаты материалдары буйынса әҙерләнде.
Читайте нас: