Рух
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2020, 20:45

Республикала күп функциялы үҙәктәр алдан яҙылыу буйынса эшләй

Башҡортостанда күп функциялы үҙәк офистары 6 апрелдән 30-ына тиклем алдан яҙылыу буйынса эшләй

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрҙәре буйынса, Башҡортостанда күп функциялы үҙәк офистары 6 апрелдән 30-ына тиклем алдан яҙылыу буйынса эшләй.
Дүшәмбе-йома көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға хәтлем документтар тапшырырға һәм алырға мөмкин.
Күсмә офистар 30 апрелгә тиклем эшләмәй. Сауҙа үҙәктәре территорияһындағы күп функциялы үҙәктәрҙең эш графигы раҫланмаған әле.
Бәйләнеш үҙәге телефондары: +7 (347) 246-55-33; +7 (927) 3333 100;
күп функциялы үҙәктең рәсми сайтында шәхси кабинет аша;
дәүләт хеҙмәттәре порталында
яҙылырға була.
Ошо телефондар буйынса учреждение хеҙмәткәрҙәренән консультация алырға, эш графигын йәки ниндәй документтар кәрәклеген дә белешергә мөмкин.
Читайте нас в