Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2020, 00:40

2020 йылда аҙ килемле ғаиләләр өҫтәмә финанс ярҙамы аласаҡ

Быйыл дәүләт аҙ килемле ғаиләләр һәм граждандарға ярҙам өсөн 7 млрд һум тотонасаҡ

Быйыл дәүләт аҙ килемле ғаиләләр һәм граждандарға ярҙам өсөн 7 млрд һум тотонасаҡ. Улар менән “ярлылыҡ кимәлен кәметеү” милли проекты буйынса социаль килешеү төҙөләсәк.
Был йүнәлештә 21 төбәккә аҡса бүленәсәк. Был төбәктәр исемлегендә Башҡортостан да бар.
Финанс ярҙамы алыу өсөн социаль килешеүҙе аҙ килемле ғаиләләр, мохтаж граждандар менән төбәктәрҙәге социаль яҡлау органдары өс айҙан башлап бер йылға тиклем төҙөй. Килешеүҙең ваҡыты оҙайтылыуы ла мөмкин.
“Төп шарт булып был ярҙам сараһын көндәлек кәрәк-яраҡҡа түгел, ә тормош ауырлыҡтарынан арынып, кешеләрҙең торғонлоҡтан сығыуына һәм үҙ-үҙен ҡарай алырлыҡ кимәлгә күсеүенә тотоноу тора. Был турала "Российская газета" яҙып сыҡты.
Ошо маҡсатта социаль ярҙам күрһәтеү органдары план төҙөй. Ул мотлаҡ эшкә урынлашыуҙы йәки һөнәри белем алыуҙы, шулай уҡ ғаилә ағзаларын дауалау(әгәр шундай осраҡ булһа), бәләкәй эшҡыуарлыҡты йәки ярҙамсы хужалыҡты үҫтереү кеүек ҡатмарлы тормош хәленән сығыуға ярҙам иткән мөмкинлектәрҙе күҙ уңында тота.
Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында белдереүҙәренсә, был башланғыс ғаиләнең матди хәлен яҡшыртырға ярҙам итергә тейеш.
#национальныепроекты;
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан
#ВладимирПутин
Читайте нас: