Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Апрель 2020, 22:05

Өфө – етенсе урында

Ҡала мөхите сифатын билдәләү йомғаҡтары буйынса Өфө Рәсәй буйынса етенсе урынға сыҡты

Ҡала мөхите сифатын билдәләү йомғаҡтары буйынса Өфө Рәсәй буйынса етенсе урынға сыҡты.
Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Түбәнге Новгород, Дондағы Ростов, Екатеринбург кеүек миллионлы ҡалалар араһында булыуы шатлыҡлы күренеш. Красноярск, Пермь, Воронеж, Силәбе, Волгоград, Һамар, Новосибирск ҡалалары беҙҙән һуңғы урындарҙа.
Бынан тыш, республиканың алты ҡалаһы - хәүефһеҙлек, экология торошо, идараның һөҙөмтәлелеге кеүек күрһәткестәрҙе үҙ эсенә алған баһалау индексы буйынса Дүртөйлө, Сибай, Ағиҙел, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Бәләбәй - төрлө категорияларҙа (йәшәгән халҡы иҫәбенә ҡарап) имен мөхитле ҡала булараҡ билдәләнде.
“Беҙгә әле артабан үҫергә кәрәк. Шулай ҙа рейтингҡа эләгеүебеҙ республикала заман талаптарына ярашлы, үҫешкән, халыҡ өсөн йәшәүгә уңай мөхит булдырылған ҡалалар барлығын күрһәтә. Уларҙы артабан да үҫтерәсәкбеҙ”, - тип яҙа Радий Хәбиров үҙенең Бәйләнештәге сәхифәһендә.
Фотолар: Р.Хәбировтың Бәйләнештә сәхифәһенән.
Читайте нас: