Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Апрель 2020, 15:20

Башҡортостан уҡыусылары өсөн беренсе онлайн дәресте Радий Хәбиров үткәрәсәк

Дәрес дүшәмбе көн, йәғни 6 апрелдә, иртәнге сәғәт 10-да башлана.

Дәрес дүшәмбе көн, йәғни 6 апрелдә, иртәнге сәғәт 10-да башлана.
Ә һуңынан мәктәп директорҙары һәм уҡытыусылар ситтән тороп уҡытыуҙың нисек ойоштороласағы тураһында ата-әсәләргә аңлатасаҡ.
Радий Хабиров белдереүенсә, бындай уҡытыу мәлендә уҡыусылар менән бәйләнешкә министрҙар, төрлө ведомстволар етәкселәре, эксперттар сығасаҡ. Уҡыусыларҙаң беренсе сығанаҡтарҙан төрлө ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алыу мөмкинлеге буласаҡ.
Уҡытыусылар дистанцион белем биреү буйынса курстар үтте. Әммә барыһының да интернетҡа тоташыу мөмкинлеге юҡ. Радий Хәбиров ошондай шарттарҙа бөтә уҡытыусыларҙы ла йәлеп итмәҫкә саҡырҙы.
Фото: Интернеттан.
Республика мәғлүмәт саралары буйынса.
Читайте нас: