Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2020, 14:00

Юлдарҙы һанлаштырыу дауам итә

Республикала юлдарҙағы соҡорҙарҙы һанлаштырыу дауам итә

Республикала юлдарҙағы соҡорҙарҙы һанлаштырыу дауам итә.
Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин сираттағы оператив кәңәшмәлә юлдарҙа, ихаталарҙа 70 меңдән ашыу соҡор һанлаштырылғанлығын белдерҙе.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бойороғо менән урындағы үҙидара органдары юлдарҙы, ихаталарҙы, соҡорҙарҙы һанлаштыра. Был эш өс йүнәлештә алып барыла.
Асыҡланған барлыҡ етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү менән тәғәйен ойошмалар шөғөлләнәсәк.
Өфө ҡалаһы юл соҡорҙарын һанлаштырыу буйынса әлегә алдынғылар рәтендә. Артта ҡалғандар ҙа бар. Улар араһында – Белорет, Ҡыйғы, Көйөргәҙе райондары. Был төбәктәрҙә әлегә юлдар ҡарҙан әрселмәгән.
“Һанлаштырыу менән бер рәттән, иң ҡатмарлы, эре һәм авария хәлендәге соҡорҙарҙы йүнәтә башларға кәрәк. Бында әлеге вирусҡа бәйле хәл менән аҡланып ҡалырға ярамай”, - тип белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров.
Фото: ufa.aif.ru
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
“Башҡортостан” гәзите материалы буйынса.
Читайте нас: