Шул уҡ ваҡытта бөгөн республикала ике осраҡ асыҡланды. Бөгөнгө көндә COVID-19 диагнозы 10 кешелә иҫбатланған, был турала БР Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итә. Кисә дауахананан беренсе ауырыу һауығып сығыуы тураһында билдәле булды. Стационарҙа әлегә һигеҙ кеше ҡала, уларҙың хәле тотороҡло.