Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2020, 21:50

Урман хужалығы йәйге осорға әҙер

Башҡортостанда «Экология» милли проекты буйынса урман янғындарына ҡаршы, шулай уҡ урманда эшләү өсөн махсус техника алыу дауам итә

Башҡортостанда «Экология» милли проекты буйынса урман янғындарына ҡаршы, шулай уҡ урманда эшләү өсөн махсус техника алыу дауам итә.
Республиканың Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты буйынса 2020 йылда урман хужалығы һәм янғынға ҡаршы техника һәм йыһаздар алыу өсөн 77,1 миллион һум бүлеү ҡаралған.
20 мартта ойошторолған аукционда 68,9 миллион һумлыҡ 10 дәүләт килешеүе төҙөлгән, улар буйынса 14 берәмек урман хужалығы техникаһы, 8 берәмек урман янғындарына ҡаршы техника һәм 2 трал ҡайтарыласаҡ.
Ике дәүләт килешеүе буйынса 14 “Беларус 82.1” һәм “Беларус 1221” тәгәрмәсле тракторҙары алынған да инде. Республиканың Урман янғыны үҙәгенә “ГАЗ-33088” шассиһына ике янғын автоцистернаһы һәм “МАЗ 6430С9” алынған.
Махсуслашҡан учреждениеларҙы янғынға ҡаршы техника һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү урмандарҙы тергеҙеү һәм үҫтереү, урмандарҙы һаҡлау өсөн комплекслы саралар үткәреү өсөн мөһим.
Рәсәй урман хужалығы үткәргән тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә Башҡортостан 2020 йылғы янғындар хәүефе булған миҙгелгә тулыһынса әҙер.
Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте материалдары буйынса.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: