Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2020, 15:55

Башҡортостанда Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы ветерандарға 25 мең һум күләмендә төбәк түләүҙәре бирелә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы менән бәйле Башҡортостан Республикаһында йәшәгән айырым категория граждандарға бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһында” Указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы менән бәйле Башҡортостан Республикаһында йәшәгән айырым категория граждандарға бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһында” Указға ҡул ҡуйҙы. Бында һүҙ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтар, тыл хеҙмәткәрҙәре, мәрхүм булған ветерандарҙың ғаиләләре тураһында һүҙ бара.
Республика бюджетынан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм инвалидтарына, концлагерь, гетто һәм башҡа урындарҙа бәлиғ булмаған йәштә тотоҡонлоҡта булғандарға 25000 һум күләмендә, ә вафат булған ветеран йәки инвалидтарҙың ғаиләләренә, һуғыш мәлендә алты айҙан да кәм булмаған хеҙмәт стажы булғандарға 5000 һум бер тапҡыр бирелә торған аҡса бүленә.
Был категория ветерандар аҡсалата түләүҙе Еңеүҙең юбилейы менән бәйле ала. Ул 2020 йылдың апрель-май айҙарында түләнә.
Шуныһы мөһим, был түләүҙәр 75 мең һәм 50 мең һумлыҡ федераль түләүҙәре билдәләнгән Рәсәй пенсия фонды мәғлүмәттәренә ярашлы биреләсәк.
Был ярҙамды алыу өсөн ғариза яҙыу йәки махсус социаль учреждениеларға барыу кәрәкмәй.
Башҡортостандә бөгөнгө көндә 738 һуғышта ҡатнашыусы, 285 Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, 99 концлагерь тотҡоно, 98 Ленинград блокадаһында йәшәүсе, 20320 тыл хеҙмәтсәне, вафат булған ветерандарҙың 7912 ғаиләһе йәшәй.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы материалдары буйынса.
Читайте нас: