Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2020, 16:20

БӨГӨН, 31 МАРТТА, КИСКЕ СӘҒӘТ 8-ҘӘН БАШҠОРТОСТАНДА ТУЛЫҺЫНСА ҮҘАЛЛЫ ИЗОЛЯЦИЯ РЕЖИМЫ ИНДЕРЕЛӘ

Коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау өсөн, Башҡортостан халҡы өсөн тулыһынса үҙаллы изоляция режимы индерелә

БӨГӨН, 31 МАРТТА, КИСКЕ СӘҒӘТ 8-ҘӘН БАШҠОРТОСТАНДА ТУЛЫҺЫНСА ҮҘАЛЛЫ ИЗОЛЯЦИЯ РЕЖИМЫ ИНДЕРЕЛӘ
Коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау өсөн, Башҡортостан халҡы өсөн тулыһынса үҙаллы изоляция режимы индерелә.
Был турала Указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Ул бөгөн, 31 марттан, киске сәғәт 8-ҙән үҙ көсөнә инә.
Радий Хәбиров шулай уҡ Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың ике яңы осрағы тураһында белдерҙе. «Студент Франциянан ҡайтҡан, һеңлеһенә йоҡторған», — тип яҙа ул үҙ сәхифәһендә.
Республикала сирлеләрҙең береһе кисә дауахананан сыҡҡан, башҡаларҙың да ғүмеренә хәүеф янамай, тип тә әйтелә.
Республика халҡын тулыһынса үҙаллы изоляциялау мотлаҡ. Был режим кире эҙемтәләр булмаһын өсөн индерелә.
"…Бөгөн 20.00 сәғәттә (18.00 Мәскәү ваҡыты менән) указ үҙ көсөнә инә.... Үҙ һаулыҡтарына яуаплы ҡарағандары өсөн мин яҡташтарыма рәхмәтлемен. Артабан да был сараны айыҡ аҡыл менән ҡабул итеүегеҙгә ышанам", - тип яҙа төбәк башлығы.
Республика матбуғаты материалдары буйынса Р.Бардыбаева әҙерләне.
Читайте нас: