Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2020, 14:40

Авария хәлендәге йорттарҙан күсерәсәктәр

Башҡортостандың 2 500 гражданы ныҡ иҫкергән йәки авария хәлендәге йорттарҙан күсереләсәк. Был "Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы планлаштырылған.

Башҡортостандың 2 500 гражданы ныҡ иҫкергән йәки авария хәлендәге йорттарҙан күсереләсәк. Был "Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы планлаштырылған.
2019 - 2024 йылдарға иҫәпләнгән адреслы программа торлаҡҡа мохтаж булған ғаиләләргә 923 фатир биреү мөмкинлеген бирә.
Ҡаҙнанан 1,6 миллиард һум бүленәсәк. Уның 1 346,87 миллион һумын Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды, 27,48 миллион һумды республика бюджеты бирә, тағы ла 274,84 миллион һумды муниципалитеттар тәьмин итәсәк.
Адреслы программаға Өфө, Бәләбәй, Белорет, Дүртөйлө, Күмертау, Яңауыл ҡалаларында, шулай уҡ Баҡалы, Оло Ыҡтамаҡ, Үрге Йәркәй, Ҡариҙел, Ҡарман, Ҡырмыҫҡалы, Ҡырғыҙ-Миәкә ауылдары һәм ҡасабаларындағы 2017 йылдың 1 ғинуарына ҡарата авария хәлендә тип танылған күп ҡатлы йорттар индерелгән, тип белдергәндәр Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында.
Бындай программа буйынса 2013 - 2017 йылдарҙа Башҡортостандың 24,5 мең кешеһе торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.
Фото: yandex.ua
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Республика матбуғаты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: