Март уртаһында Төрөмбәт ауыл Советы, ауыл мәҙәниәт йорто, китапхана хеҙмәткәрҙәре бергәләшеп өмә үткәрҙеләр һәм обелиск янындағы участокты ҡарҙан таҙарттылар.
Ә ошо көндәрҙә был изге башланғысты дауам итеп, улар тағы ла бергәләшеп Өршәк йылғаһы аша һалынған күперҙе, уның тирә-яғын йыйыштырҙылар.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостанда муниципалитет биләмәләренең санитар-эпидемиологик торошон яҡшыртыу өсөн Таҙалыҡ көндәре ойоштороу тураһындағы указға ҡул ҡуйыуы тураһында яҙғайныҡ инде.
Район һәм ҡала хакимиәттәренә кәмендә айына ике тапҡыр Таҙалыҡ көндәрен ойошторорға тәҡдим ителә. Предприятиелар, ойошмалар ҡатнашлығында ихаталарҙы, урамдарҙы, парктарҙы һәм башҡа биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм таҙартыу бурысы ҡуйыла.