Башҡортостанда оптик-сүс үткәргесе һуҙыу буйынса маҡсатлы эш дауам итә.
Үткән йылдың декабрендә “Башинфорсвязь” йәмғиәте “Мәғлүмәти инфраструктура” проектының беренсе этабын тамамланы. Республикалағы бихисап фельдшер-акушерлыҡ пункттары, мәғариф учреждениелары, ауыл биләмәһе хакимиәттәре, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының урындағы бүлексәләре оптик-сүс селтәргә тоташтырылды.
Быйыл иһә “Башинформсвязь” йәмғиәте республиканың 536 ауыл һәм ҡалаһында тағы ла 888 социаль учреждениены юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыу буйынса эш алып бара. 431 мәғариф учреждениеһы, 354 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 79 ауыл хакимиәте, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының урындағы 22 бүлексәһе һәм дүрт һайлау комиссияһы участкаһы селтәргә тоташасаҡ.
“Башҡортостан социаль әһәмиәтле объекттарҙы юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыу буйынса Волга буйы федераль округында алдынғылар рәтендә һанала. Юғары тиҙлекле интернетҡа тоташҡан социаль объекттарҙың 92 проценты ауыл ерендә урынлашҡан. Уларҙың яртыһынан күбеһе селтәр менән ҡулланыу мөмкинлегенә тәүге тапҡыр эйә булды", - тип билдәләй “Башинформсвязь” йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Алферов.
2021 йыл аҙағына тиклем 1514 ҡала һәм ауылдағы 2774 социаль учреждениены заманса бәйләнешле итергә тигән маҡсат менән эшләй был йәмғиәт.
Был эштәр “Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы башҡарыла.
Белеүебеҙсә, өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булараҡ, “Һанлы иҡтисад” милли проектының дөйөм финанслау күләме 1,5 триллион һум тәшкил итә.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://pixabay.com/
Республика матбуғаты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.