Рух
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2020, 23:55

Балаларға айлыҡ түләүҙәр кемгә тейеш?

Өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ түләүҙәр кемгә һәм ҡасан түләнә башлаясаҡ?

Өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ түләүҙәр кемгә һәм ҡасан түләнә башлаясаҡ?
Һеҙҙең һәм балағыҙҙың Рәсәй Федерацияһы гражданы булыуы мотлаҡ. Ғаиләлә йән башына тура килгән уртаса килем 2020 йылда 9804 һумдан артмаҫҡа тейеш.
Ғаризаны ҡасан яҙыуға ҡарамаҫтан, пособиены 2020 йылдың 1 ғинуарынан түләйәсәктәр (йәки балаға өс йәш тулғандан башлап).
2020 йылда айлыҡ түләүҙәр күләме – 4894,50 һум.
Ғаризалар 2020 йылдың 1 июленән ҡабул ителә.
Пособие алыу өсөн республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалдарына (Өфөлә - филиал бүлектәренә), Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе күп функциялы үҙәктәргә һәм Дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталы аша мөрәжәғәт итергә була.
“Демография” милли проектына ярашлы, балалы ғаиләләргә финанс ярҙамы күрһәтеү, тормош сифатын яҡшыртыу – хәл итәһе төп мәсьәләләрҙең береһе.
Фото: ok.ru
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: