Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2020, 21:45

Бөгөнгө көндә Рәсәйҙә коронавирус менән сирләүселәрҙең тағы ла 71 осрағы теркәлгән

РИА Новости хәбәр итеүенсә, министрҙар кабинеты менән кәңәшмәлә премьер-министр Михаил Мишустин Рәсәйҙә бер тәүлектә 71 сирле асыҡланыуын белдергән

Бөгөнгө көндә Рәсәйҙә коронавирус менән сирләүселәрҙең тағы ла 71 осрағы теркәлгән
РИА Новости хәбәр итеүенсә, министрҙар кабинеты менән кәңәшмәлә премьер-министр Михаил Мишустин Рәсәйҙә бер тәүлектә 71 сирле асыҡланыуын белдергән.
Мишустин коронавирус менән көрәштә яңы ысулдар тураһында иғлан иткән.
COVID-19-ға ҡаршы көрәш буйынса оператив штабта сирҙе йоҡтороусылар барыһы ла һуңғы ике аҙнала хәүефле эпидемия осраҡтары күҙәтелгән илдәрҙән ҡайтҡан. Уларҙы госпиталдәрҙә махсус бокстарға урынлаштырғандар. Был кешеләр менән бәйләнештә булып өлгөргәндәрҙе тикшерелеүгә ебәрәләр. Рәсәйҙә COVID-19 менән сирләүселәр һаны 438-гә еткән, 17-һе һауыҡҡан, 52 меңдән артыҡ кеше күҙәтеү аҫтында ҡала.
Мишустин өлкән йәштәгеләргә, кисектергеһеҙ сәбәп булмаһа, өйҙән сыҡмаҫҡа үтенес менән мөрәжәғәт итте.
Премьер Федераль таможня, һалым, Һаулыҡ сифатын күҙәтеү хеҙмәттәренә экспорт, импорт һәм аҙыҡ-түлеккә ихтыяж кимәлен мониторларға ҡушты. Иҡтисади үҫеш министрлығы 26 мартҡа тиклем импортты алмаштырыу, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеүҙә өҫтәлмә саралар тураһында мәғлүмәт бирергә тейеш. Хеҙмәт министрлығы һәм Юстиция министрлығы 25 мартҡа тиклем хеҙмәткәрҙәрҙе урынһыҙ эштән бушатыу осраҡтары булмаһын өсөн саралар күрергә һәм COVID-19 арҡаһында эш хаҡы түләмәү осраҡтарын тикшерергә тейеш.
Читайте нас: