Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2020, 12:15

Иң ҡунаҡсылдар билдәләнде

“Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” Бөтә Рәсәй бәйгеһенең ярымфиналына йомғаҡ яһалды, финалға сыҡҡандар билдәләнде

“Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” Бөтә Рәсәй бәйгеһенең ярымфиналына йомғаҡ яһалды, финалға сыҡҡандар билдәләнде.
“Мәғариф” милли проектына ярашлы ойошторолған “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” Бөтә Рәсәй бәйгеһендә хеҙмәтләндереү, туризм өлкәһендәге белгестәр көс һынашты. Өфөгә генә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән бихисап ҡатнашыусы йыйылды. Шулай уҡ ярымфиналдың төбәк-ара этаптары Сочи, Тула, Ялта, Пятигорск, Һамар ҡалаларында ла үтте.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бәйге ҡатнашыусылары менән осрашып, уларҙың проект-тәҡдимдәрен тыңланы. Радий Фәрит улы республикабыҙҙа туризм буйынса потенциал көслө булыуын, уның әлегә тулыһынса бойомға ашырылмауын да иғтибарға алды. “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” бәйгеһе был йүнәлештә үҙ өлөшөн индерер, үҙ һүҙен әйтер тигән ышаныс бар.
Башҡортостан вәкилдәре Илдар Бикҡужин менән Алексей Зәйнуллин да артабан бәйгелә республикабыҙ данын яҡлауҙы дауам итәсәк.
“Беренсенән, һеҙ бәйгелә ҡатнашыуығыҙ менән үк юғарыға күтәрелдегеҙ, артабан үҫешергә үҙегеҙгә юл ярҙығыҙ. Барығыҙҙы ла ҡотлайым һәм “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” бәйгеһе һеҙҙе артабанғы еңеүҙәргә, ҙур үрҙәргә илһамландырыуын теләйем”, – тине Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Машковцев.
“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” ойошмаһының партнерҙар менән эш йүнәлеше етәксеһе Антон Сериков ярымфиналдың ҡыҙыҡлы үтеүе, баһалама ағзаларына “Оҫталар ярышы” этабына кемдәр үтеүен билдәләүе еңелдән булмауы хаҡында белдерҙе.
Фотолар сараның матбуғат хеҙмәтенән
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Республика матбуғаты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: