Төбәк проектын финанслауҙың дөйөм күләме былтыр 649,7 миллион һум тәшкил иткән. Шуның 589,5 миллион һумы федераль ҡаҙнанан ебәрелгән. Бюджет сығымдарының касса үтәлеше йыллыҡ планға ҡарата 93 процент тәшкил иткән. Егор Родин инженер селтәрҙәре төҙөүгә финанслау күләменең кәмеүе, инвестиция әүҙемлегенең һүлпәнәйеүе, үҫешкән инженерлыҡ селтәре булған буш ер биләмәләренең юҡлығы планлаштырылған күрһәткестәрҙе үтәргә ҡамасаулаған сәбәптәр булып тороуын билдәләне.
Төбәк проекты буйынса аҡса тейешле муниципалитеттарға еткерелгән, төҙөлөш-монтаж эштәре буйынса муниципаль килешеүҙәр барлыҡ объекттар буйынса ла бар.
Был башланғыс “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Республика матбуғаты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.