Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Март 2020, 14:15

“Фән” милли проекты – иң уңышлыһы

Рәсәй Президенты Владимир Путин, илдә технологик үҫеште тәьмин итеүҙә “Фән” милли проектының иң уңышлыларҙан иҫәпләнеүен белдерҙе.

“Фән” милли проекты – иң уңышлыһы
Рәсәй Президенты Владимир Путин, илдә технологик үҫеште тәьмин итеүҙә “Фән” милли проектының иң уңышлыларҙан иҫәпләнеүен белдерҙе.
“Фән” милли проекты сиктәрендә инжиниринг үҙәге селтәрен төҙөү планлаштырыла. Былтыр был тармаҡтан килгән табыш 1,9 миллиард һум тәшкил иткән. Инжиниринг үҙәге төҙөлгәс, 2 414 кеше эш урыны менән тәьмин ителгән, шул иҫәптән инженер-техник йүнәлеш буйынса 1 800 белгес эшләй. Был турала Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығының Проект эшмәкәрлеге департаменты директоры Андрей Зарубин белдергән.
Инжиниринг үҙәге “Киберйөрәк” программа-аппарат комплексын булдырған. Хәҙер йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын диагностикалау, кардиомодель ярҙамында һәр пациентҡа медицина ярҙамы күрһәтеү юғары кимәлдә башҡарыласаҡ.
Медицина фәндәре кандидаты Фәтхулла Аҫылгәрәевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, ул “Фән” милли проектына ҙур өмөттәр бағлай.
Фото: http://www.cyberheart.unn.ru/
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас в