Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Март 2020, 13:10

Башҡортостан ауыл хужалығы тауарҙары менән ҡыҙыҡһыналар

11 – 13 мартта Башҡортостан компаниялары делегацияһы Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Нур-Солтанда “AgriTek&FarmTek Astana” 15-се халыҡ-ара махсуслаштырылған ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнаша.

11 – 13 мартта Башҡортостан компаниялары делегацияһы Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Нур-Солтанда “AgriTek&FarmTek Astana” 15-се халыҡ-ара махсуслаштырылған ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнаша.
Тәүге көндә республикабыҙ эшҡыуарҙары Ҡаҙағстан, Төркиә һәм Германия компаниялары вәкилдәре менән 50-гә яҡын һөйләшеү уҙғарған. Һөҙөмтәлә сусҡасылыҡ, ҡошсолоҡ һәм малсылыҡ продукцияһы, минераль ашламалар менән тәьмин итеү тураһында килешеүҙәр төҙөлгән. “ПодшипникМаш” ремонт-етештереү предприятиеһының комбайндары менән ҡыҙыһыныусылар ҙа күп.
Рәсәйҙең Ҡаҙағстандағы сауҙа вәкиле Максим Кочетков һәм “РЭЦ” акционерҙар йәмғиәтенең Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан биләмәһендәге экспорт сауҙа кәңәшсеһе менән осрашыуҙа Башҡортостан компанияларының Ҡаҙағстан баҙарына сығыу мәсьәләләре ҡаралды.
Программала республикабыҙҙың экспорт ҡеүәте тураһында исем туйы ойоштороу, “РЭЦ” акционерҙар йәмғиәтенең Ҡаҙағстандағы вәкилдәре менән Ауыл хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәренең осрашыуы планлаштырылған.
Күргәҙмәлә республиканың алты компанияһы юғары технологиялы ашлыҡ, биопрепараттар һәм минераль ашламалар, ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар тәҡдим итә. Предприятиеларҙың коллектив стенды Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге һәм Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты тарафынан “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты, “Башҡортостан Республикаһында экспорт үҫеше” һәм “Башҡортостан Республикаһында хеҙмәтләндереү экспорты үҫеше” төбәк проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты.
БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты
матбуғат хеҙмәте материалдары буйынса.
Читайте нас: