Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Март 2020, 14:10

"АГРОКОМПЛЕКС - 2020" ФОРУМЫНДА МИНИТРАКТОР ОТТОРАСАҠТАР

Форумда ҡатнашҡан ауыл хужалығы предприятиелары белгестәре араһында минитрактор отторасаҡтар

17-20 мартта Өфөлә Халыҡ-ара «АгроКомплекс» күргәҙмәһе һәм Ауыл хужалығы сәнәғәте форумы үтәсәк. Бындай күргәҙмә беренсе тапҡыр 30 йыл элек ҙур булмаған төбәк экспозицияһы формаһында ойошторолған. Өс тиҫтә йыл эсендә «АгроКомплекс» аграрийҙар, хөкүмәт ағзалары, фән, эшҡыуарлыҡ вәкилдәре араһында һөҙөмтәле һөйләшеүҙәр өсөн эре платформаға әйләнде.
Форумды һәм күргәҙмәне ойоштороусы булып Башҡортостан Хөкүмәте, Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡорт күргәҙмә компанияһы тора. Саралар Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы булышлығында үтә.
«АгроКомплекс»та ҡатнашыу өсөн эре агрохолдингтар, бәләкәй һәм урта ауыл хужалығы предприятиелары һайлап алына.
Өсөнсө йыл рәттән Өфө экспозицияһының партнеры Чехия буласаҡ, был ил үҙ компанияларының коллектив экспозицияһын күрһәтәсәк. Шулай уҡ Австрия һәм Молдавия ла күргәҙмәлә ҡатнашасаҡ.
Ауыл хужалығы техникаһын етештереүселәрҙең, ветеринария, малсылыҡ, үҫемлекселек, эшкәртеү менән шөғөлләнеүселәр өсөн махсус бүлектәр буласаҡ. Шулай уҡ ауыл хужалығында IT-технологиялар, финанстар, агростраховкалау бүлектәре лә айырым ойошторола.
Юбилей күргәҙмәһе сиктәрендә Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы тармаҡ конкурстары ойоштора: иң яҡшы техника һәм йыһазландырыуға; һөҙөмтәле етештереү күрһәткестәре һәм заман технологияларын ҡулланыу буйынса; ауыл хужалығы культуралары өлгөләренә; 2020 йылдың иң яҡшы продуктына. Еңеүселәр алтын, көмөш, бронза миҙалдар менән бүләкләнәсәк.
Урындағы фермерҙарҙың, шулай уҡ Башҡортостандың әйҙәүсе компанияларының тауарҙар йәрминкәһе «АгроКомплекс» күргәҙмәһенең яңылығы буласаҡ. Форумда ҡатнашыусылар махсус тәмләп ҡарау зоналарында был аҙыҡ-түлекте баһалай аласаҡ.
«Аграр сәнәғәт комплексы трансформацияһы: глобаль трендтар 2030» исеме аҫтында пленар ултырыш үтәсәк. Унда һөтсөлөк тармағын үҫтереү, һанлы экосистемалар, тармаҡты техник һәм технологик модернизациялау темалары ҡараласаҡ.
Беренсе тапҡыр Инвесторҙар клубы ултырышы уҙасаҡ. Айырым секцияларҙа төбәк бренды булған, шул иҫәптән умартасылыҡ продукттарын, «Хәләл» продукцияһын үҫтереүгә, уларҙың маркетингына арналған темалар күтәреләсәк.
Форумда ҡатнашҡан ауыл хужалығы предприятиелары белгестәре араһында минитрактор отторасаҡтар. Уның положениеһы һәм ҡатнашыу шарттары тураһында www.agrobvk.ru сайтында белешмә алып була.
Читайте нас: